Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 16:40

«Өфө. Тере тауыш» тапшырыуы экрандарға сығасаҡ

«Өфө. Тере тауыш» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы проекты.Музыкаль телешоу аҙна һайын күрһәтеләсәк. Алып барыусыһы Рөстәм Булатов Башҡортостан халҡын фатир концерты формаһында республиканың музыкаль төркөмдәре менән таныштырасаҡ. Исемдәре күптән билдәле йырсылар, коллективтар менән бер рәттән халыҡ "ынйы"ларын күрһәтеү ҡаралған. Тәүге тапшырыуҙарҙа "Арғымаҡ", "Sahara camels", "Катя Ямщикова" төркөмдәре сығыш яһарға әҙерләнә. Тәүге тапшырыу 6 декабрҙә БЮТ телеканалында киске сәғәт 12-се яртыла сығасаҡ. "Катя Ямщикова" төркөмө менән таныштырасаҡтар.

«Өфө. Тере тауыш» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы проекты.
Музыкаль телешоу аҙна һайын күрһәтеләсәк. Алып барыусыһы Рөстәм Булатов Башҡортостан халҡын фатир концерты формаһында республиканың музыкаль төркөмдәре менән таныштырасаҡ.
Исемдәре күптән билдәле йырсылар, коллективтар менән бер рәттән халыҡ "ынйы"ларын күрһәтеү ҡаралған. Тәүге тапшырыуҙарҙа "Арғымаҡ", "Sahara camels", "Катя Ямщикова" төркөмдәре сығыш яһарға әҙерләнә. Тәүге тапшырыу 6 декабрҙә БЮТ телеканалында киске сәғәт 12-се яртыла сығасаҡ. "Катя Ямщикова" төркөмө менән таныштырасаҡтар.
Читайте нас: