Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 13:20

Мәскәү ғалимдары ҡар кешеһен таба алмай ҡайтты

...

Күптән түгел Башҡортостанға Мәскәүҙән бер төркөм ғалимдар килеп төштө. Тарих фәндәре кандидаты, илдең баш ҡалаһында урынлашҡан халыҡ-ара гоминология үҙәге етәксеһе Игорь Бурцевты республикабыҙҙа төшөрөлгән видеояҙма ҡыҙыҡһындыра. Видеояҙмала күренеүенсә, ниндәйҙер бер йән эйәһе ялан буйлап йүгерә, машина менән үтеп барыусыларҙы баҫтыра. Игорь Бурцев әйтеүенсә, был ҡар кешеһе.

Асыҡланыуынса, видеояҙма авторҙары ҡар кешеһенә машина менән барып бәрелгән. Йән эйәһе ҡыҙып китеп, уларҙы баҫтыра башлай.

"Ул ҡыуаҡ араһынан ҡапыл килеп сығып үҙе бәрелгән. Йәштәр 200 метр самаһы үткәс, теге йән эйәһе уянып китеп баҫтыра башлай. Башҡортостандан биологик материалдар алып ҡайттыҡ, беҙ уларҙы тикшерәсәкбеҙ. Ҡар кешеһе бармы? Ысынлап та, бар һәм ул һәр кемгә осрауы ихтимал", - ти Игорь Бурцев.

Ҡар кешеһе, алпамыша хаҡында һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ: https://shonkar.rbsmi.ru/articles/m-zhiz-le-donya/ar-keshe-e--Alip-Alpamishami-22774/
Читайте нас: