Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 11:45

Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай?

#ВладимирПутин

Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай? Рәсәй Президенты әйтеүенсә, НАТО-ның киңәйеүе беҙҙең илгә етди янау булып тора.
- Советтар Союзы күптән юҡ, Варшава килешеүе лә (йәғни НАТО-ға яуап итеп төҙөлгән хәрби пакт) үткәндә ҡалған, әммә НАТО бар, һәм ул үҫә, - тип белдерҙе Владимир Путин.
Путин билдәләүенсә, НАТО барлыҡҡа килгән мәлдә уға 12 дәүләт ингән. Хәҙер иһә улар һаны 29-ға еткән. Альянстың хәрби сығымдары ла арта бара.
- Был хәрби блокта элекке стереотиптар һаҡлана. Улар һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүгә һис тә яҡшы инструмент түгел. Бөгөн беҙ НАТО-ның киңәйеүен иҫәпкә алып, уның хәрби инфраструктураһы Рәсәй сиктәренә яҡын урынлашып үҫеүен илебеҙ өсөн потенциаль хәүеф, тип аңлайбыҙ. Быны оноторға ярамай, - тине Президент.
#ВладимирПутин
Читайте нас: