«Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Рәсәй уҡыу йорттарына грант бирелә. Ул учреждениеларҙың матди-техник базаһын заманса талаптарға ярашлы итеү өсөн йүнәлтелә.
Башҡортостандан өс уҡыу йорто еңеп сыҡҡан – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы һәм Туймазы дәүләт юридик колледжы.
Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – «Социаль мөхит», ә Туймазы дәүләт юридик колледжы «Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары» лотында еңеүсе тип табылған. Әлеге гранттар уҡыу йорттарында заманса уҡытыу шарттары булдырыуға, белем биреүҙең сифатын күтәреүгә, матди-техник базаны нығытыуға ҙур мөмкинлек асасаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан