Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 15:30

Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр

...

Бер юлы ике илдә – Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда – башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов китаптарының исем туйҙары үтте.
29 ноябрҙә Ош ҡалаһында яҙыусы Ҡырғыҙстандың ике төп юғары уҡыу йорто студенттары, шулай уҡ «Жетиген» лицейы уҡыусылары менән осрашты. Билдәле булыуынса, был республикала башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәрен яҡшы беләләр, быға тиклем унда яҡташыбыҙҙың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы рус һәм ҡырғыҙ телдәрендә донъя күргәйне. Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһының ижады «Донъя әҙәбиәте» фәнендә лә өйрәнелә.
Күптән түгел Бишкәктә авторҙың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы баҫылып сыҡты.
«Жомоксуз өткөн балалык» — педагогия фәндәре кандидаты, Ош дәүләт университеты доценты Ҡыялбәк Акматов ҡырғыҙ теленә тәржемә иткән китап шулай тип атала.
«Үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән төрлө милләт кешеләрен берләштерәһегеҙ, — тине Ош гуманитар-педагогия университеты ректоры Бекмырҙа Зулуев, ҡунаҡты сәләмләп. — Беҙҙең студенттар һәм уҡытыусылар китаптарығыҙҙы ҡыҙыҡһынып уҡый. Улар аша беҙгә яҡын булған башҡорт халҡының әҙәбиәте һәм мәҙәниәте хаҡында күберәк белдек. Беҙҙе яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрегеҙ менән ҡыуандырырһығыҙ әле тип уйлайым».
30 ноябрҙә Андижан дәүләт университетында (Үзбәкстан) Айгиз Баймөхәмәтовтың үзбәк телендә донъя күргән китабының исем туйы уҙҙы. Тәржемә авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Мәхбүбә Темирова һәм магистр Муртоз Сатвалдиев.
«Беҙҙең студенттар әҫәрегеҙҙе йотлоғоп уҡыны һәм ул мотлаҡ өйрәнеү өсөн университет программаһына индерелһен тигән теләктәрен еткерҙе, — тине университеты проректоры Азамжон Хамракулов үҙенең сығышында. — Беҙ был идеяны хуплайбыҙ. Тиҙҙән һеҙҙе Ҡырғыҙстанда ғына түгел, беҙҙә лә өйрәнә башларҙар».
Читайте нас: