Шоңҡар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 14:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө итеп раҫларға тәҡдим итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫлауҙы һораған мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.Был тәҡдим V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса индерелде.Мөрәжәғәттә былай тиелә: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәғариф министрлығы башланғысы менән 2016 йылдан республикала башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.Рәсми булмаған байрам 14 декабрҙә мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола». Хат авторҙары билдәләүенсә, «туған тел халыҡтың тарихы менән тығыҙ бәйле, уны берләштерә һәм уның үҙенсәлеклек нигеҙе булып тора: ошо телдә һөйләшеүселәр араһында өҙөлмәҫ бәйләнеш булдыра һәм халыҡ өсөн хеҙмәт итә».Мөрәжәғәттә туған тел көндәре уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән тип билдәләнә. ЮНЕСКО-ның 2018 йылғы «Юғала барған телдәр атласы»ына ярашлы, башҡорт теленә юғалыу хәүефе янай. Ойошмала «рәсми рәүештә башҡорт теле, республиканың дәүләт теле көнөн булдырыу, уны өйрәнеүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итеү туған телдең бәҫен күтәреүҙә һәм төбәк берҙәйлеген һаҡлауҙа мөһим аҙым булып тора» тип ышаналар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫлауҙы һораған мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Был тәҡдим V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса индерелде.
Мөрәжәғәттә былай тиелә: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәғариф министрлығы башланғысы менән 2016 йылдан республикала башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
Рәсми булмаған байрам 14 декабрҙә мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола». Хат авторҙары билдәләүенсә, «туған тел халыҡтың тарихы менән тығыҙ бәйле, уны берләштерә һәм уның үҙенсәлеклек нигеҙе булып тора: ошо телдә һөйләшеүселәр араһында өҙөлмәҫ бәйләнеш булдыра һәм халыҡ өсөн хеҙмәт итә».
Мөрәжәғәттә туған тел көндәре уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән тип билдәләнә. ЮНЕСКО-ның 2018 йылғы «Юғала барған телдәр атласы»ына ярашлы, башҡорт теленә юғалыу хәүефе янай. Ойошмала «рәсми рәүештә башҡорт теле, республиканың дәүләт теле көнөн булдырыу, уны өйрәнеүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итеү туған телдең бәҫен күтәреүҙә һәм төбәк берҙәйлеген һаҡлауҙа мөһим аҙым булып тора» тип ышаналар.
Читайте нас в