Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 18:40

Израилгә дауаланырға юлланған Софияның хәле нисек?

...

Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе София Ғиззәтуллинаның баш һөйәге ҡыҫылып, бармаҡтары бер-береһенә тоташып тыуған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров сабыйҙың яҙмышын шәхсән күҙәтеү аҫтына алды. Сабый ноябрь аҙағында Израилгә юлланды, сит ил табиптары уға операция яһарға тейеш ине. Үкенескә күрә, ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, ҡыҙға операция эшләргә ярамай – наркозды күтәрә алмауы ихтимал. Соняға 12 сәғәт буйы киң яҡлы МРТ үткәргәндәр, баш һөйәге эсендә шыйыҡса йыйылыуын асыҡлағандар, йөрәге, һулыш алыуы ла яҡшы түгел. Ҡыҙҙың ҡуша үҫкән бармаҡтарын да әлегә айырмайҙар. Бер бармаҡ өсөн операцияға дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт талап ителә. Ә аҙ тигәндә 11 операция эшләргә кәрәк. Шулай ҙа Израиль табиптары әле тулыһынса һығымта эшләмәгән. Клиниканың табибы артабан Соняны дауалау хаҡында һөйләшеү өсөн Өфөгә киләсәк.
Читайте нас: