Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 11:40

Владимир Путин Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

#ВладимирПутин

Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе республикабыҙҙың төп театры ижтимағи һәм мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнде. Ул Башҡортостан халыҡтарының бай тарихи һәм рухи ҡомартҡыларын һаҡлауға, илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә тиелгән Президент ҡотлауында. Рәсми телеграмма Кремлдең сайтында урынлаштырылған.
Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәжит Ғафури Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей кисәһе уҙҙы.
1919 йылдың 4 декабрендә театрҙың тәүге миҙгеле асыла. Сәхнәгә башҡорт, рус сит ил классикаһы, комедиялар һәм трагедиялар ҡуйыла. Ул йылдарҙа халыҡ билеттар артынан оҙон сиратҡа баҫа. Ә спектаклдәрҙән һуң актерҙар улар ҡамауынан өйҙәренә ҡайтып китә алмай. Театр ысын мәғәнәһендә утты ла һыуҙы ла кискән. 1994 йылда сәнғәт мәркәзен ҡыҙыл әтәс ялмай. Ете йылдан ғына әлеге сәхнәгә аяҡ баҫырға тура килә. Бөгөнгө көндә республиканың төп театры бинаһында реконструкция эштәре бара һәм ул киләһе йылдың мартына тиклем һуҙыласаҡ.
Театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм актерҙарға лайыҡлы эштәре өсөн наградалар тапшырҙы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: