Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 11:55

Йәйәү йөрөмәгеҙ, олатай-инәйҙәр!

#нацпроекты

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән ауыл кешеләрен дауаханаларға төрлө тикшереүҙәргә махсус ойошторолған бригадалар бушлай йөрөтә башланы тип хәбәр итәләр Хеҙмәт, мәшғүллек һәм социаль яҡлау министрлығында.
— «Демография» милли проекты ярҙамында өлкән быуын кешеләренә медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты яғынан яңы дәрәжәгә күтәрелә, — тип билдәләп үтте министрлыҡтың матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Бөгөнгө көндә ҡарттар һәм психоневрология интернаттарынан мобиль биргадалар 160-тан ашыу кешене медицина тикшереүенә алып барҙы. 2024 йылға бындай мобиль бригадаларҙы арттырыу планлаштырыла.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда хәҙер 65 йәштән өлкән 222 мең ауыл кешеһе иҫәпләнә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә, автотранспорт һатып алыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 34,2 млн. һум аҡса бүленгән. Август айында 18 микроавтобус һатып алынды. Улар барыһы ла инвлид коляскалары менән салонға инеү өсөн электр күтәргестәре менән йыһазландырылған.


#нацпректы#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: