Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 12:00

Үтеп барған көндөң серле етеһе көндө...

Бөгөн, 20 йылға яҡын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт әҙәбиәтенән һәм башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса белем биргән, мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслектәр авторы, талапсан уҡытыусыларҙың береһе Фәүриә Әхтәм ҡыҙы Аҡҡужина матур юбилейын билдәләй. Оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, һәр саҡ шулай йәш, мөләйем булып ҡалыуын теләп, юбилярҙың тормошонан алынған ун ваҡиға тәҡдим итәбеҙ. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

Бөгөн, 20 йылға яҡын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт әҙәбиәтенән һәм башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса белем биргән, мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслектәр авторы, талапсан уҡытыусыларҙың береһе Фәүриә Әхтәм ҡыҙы Аҡҡужина матур юбилейын билдәләй. Оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, һәр саҡ шулай йәш, мөләйем булып ҡалыуын теләп, юбилярҙың тормошонан алынған ун ваҡиға тәҡдим итәбеҙ.

#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға
1. Ул күп балалы ғаиләлә 4-се бала булып донъяға килә һәм үҙенән бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһын ғүмер буйы ҡараша.
2. Фәүриә исемен ("тиҙ, шәп" мәғәнәһендә) яратып, һөйгән ҡыҙы хөрмәтенә Хәйретдин ағаһы ҡуша.
3. Сығышы менән Йылайыр районының 25 өйлөк Ҡамыш-Үҙәк ауылынан. Үкенескә күрә, ул бөгөн перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә инеп, тарҡалған.
4. Йылайыр районы 28-се СПТУ-ла ауыл хужалығы бухгалтеры курстарында уҡый.
5. Хеҙмәт юлын РОСЭНЕРГО ойошмаһында кесе бухгалтер булып башлай.
6. Урыҫ мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа һәм 7 дәреслек авторҙашы .
7. Берҙән-бер ҡыҙы Лиана юрист һөнәрен һайлай.
8. Ейәне көслө, батыр булып үҫһен тип, Арыҫлан исемен ҡуша.
9. Бөгөн республикала ул юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультеттары араһында әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса уҡытҡан Мәскәүҙә яҡланған берҙән-бер педагогия фәндәре кандидаты, методист.
10. Мәрхүмә Һеңлеһенең ҡыҙы Лияны бәләкәйҙән тәрбиәләй һәм Мәскәүҙә практик психолог һөнәренә уҡыта.
Читайте нас: