Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 06:33

Владимир Путин ирекмәндәр форумында ҡатнашты

Бүрәт Республикаһының Нестеров ауылынан килгән ирекмән Татьяна Черных Президентҡа мәҙәниәт өлкәһендәге белгестәргә бәйле проблемалар тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуҙан күҙ йәштәрен йәшерә алмай ситкә китте.

Бүрәт Республикаһының Нестеров ауылынан килгән ирекмән Татьяна Черных Президентҡа мәҙәниәт өлкәһендәге белгестәргә бәйле проблемалар тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуҙан күҙ йәштәрен йәшерә алмай ситкә китте. Тынысланғас, бер аҙҙан ул һөйләшеүгә тағы ла ҡушылды, тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Татьяна Черных “Бәләкәй ауылдарҙа ижад буласаҡ!” тигән проекты тураһында һөйләне. Татьяна әйтеүенсә, ауылдарҙа клуб бар, ә унда эшләргә кеше юҡ, шуға күрә ирекмәндәр бындай майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра алыр ине. Татьяна шулай уҡ балалары менән Кремлдә үткәрелгән Президент шыршыһын барып күрергә хыялланыуын белдерҙе. – Минең дүрт һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарым бар. Әлеге конкурста Президент менән осрашыуым ихтимал тигәс, улар мине “Президент шыршыһы”на бара тип уйланы, сөнки һеҙгә бәйле бөтә нимәне ошо “шыршы байрамы” тип күҙаллайҙар. Әлбиттә, беҙ унда эләгә алмаҫбыҙ инде, шулай ҙа әйтеп үткем килде, – тине ирекмән.
Путин Татьянаны ҡыҙҙары менән “Президент шыршыһына саҡырҙы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: