Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 10:06

Заманса шыршы

Яңы йылға әҙерлек эше дауам итә.

Яңы йылға әҙерлек эше дауам итә. Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанына да ошо көндөрҙә төп шыршы ҡуйыла. Әммә әгеле ҡупшыҡай бөтөнләй заманса ҡиәфәттә. Заман башҡа заң башҡа тиҙәр бит халыҡта. Ул башҡа шыршыларҙан цифрлы булыуы менән айырыла. Ылыҫлы ҡупшыҡайҙы яһалмаға алыштырғанда халыҡ был яңылыҡҡа аптыраһа ла, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ыңғай күренеш, тип уны хуплағайны, быныһын да баһалар, моғайын.
Бәлки, пикселле шыршы ниндәй була икәнен бәғзеләр аңлап та етмәйҙер. Был иһә Яңы йыл символы, йәғни пикселле шыршының сағыу яҡтылыҡ менән байрамса итеп биҙәлеүен аңлата. Быға ҡәҙәр республикала ундай шыршылар бөтөнләй булмаған. Быйыл иһә ул 8 ҡалала — Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Күмертау, Ағиҙел ҡалаларында ҡуйыла.
Әлеге мәлдә ҡупшыҡайҙы махсус рәүештә саҡырылған монтажниктар бригадаһы йыя. Бөгөн 17.00 сәғәткә шыршы әҙер буласаҡ һәм майҙансыҡта тирә-яҡҡа йәм биреп, ялтлап балҡып янып, халыҡты үҙенә йәлеп итеп торасаҡ тип көтөлә.
Читайте нас: