Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 13:50

Ғаиләләргә айырылышыуҙы тыясаҡтар

...

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләрҙең айырылыуына бәйле тыйыуҙар индерергә тәҡдим итте. Махсус курстар үтмәйенсә, балалы ғаиләләргә айырылышырға юл ҡуймаясаҡтар.
Бына ошондай аяныслы хәлдәрҙең кәмеүе өсөн айырылышыу тураһында һүҙ йөрөткән ир менән ҡатынды психологҡа курстарға мотлаҡ йөрөтмәкселәр. Белгес уларҙы балалар менән никах ваҡытында һәм унан аҙаҡ аралашырға өйрәтергә тейеш. Бынан тыш, омбудсмен психологҡа барыу кеүек юлға барып етмәҫкә һәм, ғөмүмән, ғаиләләрҙе тарҡатмаҫҡа ине, тигән фекерҙә.
Күптәр бындай законды күптән ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙә. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр байтаҡ йыл үткәс, ҡасандыр яһаған был хәл иткес аҙымдың хаталы икәнлеген аңлап үкенгән. Улар, бәлки, шул саҡта психологта булып һөйләшһә, ғаилә лә тарҡалмаҫ, балалар ҙа ата-әсәһе бар көйө етемһерәп ҡалмаҫ ине, тигән уйҙа икән.
Читайте нас: