Өфө районының Дорогин ауылында теркәлгән был хәл. Бер түгел, ике тапҡыр баланы урларға маташҡандар. 30 – 40 йәштәр тирәһендәге ир башта – зәңгәр Пежо машинаһында, икенсе тапҡыр ҡараңғылатылған тәҙрәле “ВАЗ” автомобилендә балаларҙы урларға маташҡан. Бәхеткә күрә, уның был яуыз ниәте тормошҡа ашмаған. Юғиһә күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын...
Тағы ла ошондай уҡ хәл Әбйәлил районының Йәнгел ҡасабаһында теркәлә, ҡара машинала йөрөгән ике ир уҙаманы балаларҙы көсләп алып китергә маташҡан. Һаҡ булығыҙ, балаларығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын донъяла 100 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай эҙһеҙ юҡҡа сыға. Рәсәйҙә былтыр 13,6 мең бала юғалған, быйыл был һан – туғыҙ мең тирәһе. Башҡортостанда ла бына ошондай йән өшөткөс хәлдәр булғылай.