Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 06:43

Башҡорт теле көнө нисек үтәсәк?

Билдәле булыуынса, 14 декабрь Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителгәйне.

Билдәле булыуынса, 14 декабрь Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителгәйне. Ошо айҡанлы тотош республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороласаҡ.
2 декабрҙә социаль селтәрҙәрҙә старт алған «Аҫылташ» интернет-марафонында ҡатнашыусы йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары туған телендә шиғырҙар уҡый. Ойоштороусылар фекеренсә, был сара иһә башҡорт шағирҙарын популярлаштырырға һәм интернетты башҡортса йөкмәтке менән байытырға ярҙам итәсәк.
Ә бына Башҡорт теле көнө Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ.
Иртәнге сәғәт 10.00 педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәреләсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, интернетта уның онлайн-трансляцияһы алып бараласаҡ.
Шулай уҡ баш ҡаланың сауҙа үҙәктәре лә был саранан ситтә ҡалмаясаҡ. 14.00 алып 17.00 тиклем «Мега», «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә мәғлүмәт-күңел асыу саралары планлаштырылған. Бында һәр кем башҡорт бейеүе дәрестәре, башҡортса мобиль ҡушымталар һәм грант проекттары презентация менән таныша ала. Концертта башҡорт КВН командаларының сығыш яһауы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.
Ойоштороусылар был көндә һәр кемде башҡортса сәләмләшергә, республиканың икенсе дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Читайте нас: