Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 11:45

Радий Хәбиров милли проекттарҙың үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

#нацпроекты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли проекттарҙың үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел. Иң тәүҙә, һүҙ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу хаҡында бара. Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә инцидент системаһының эшмәкәрлеге, бюджетты һалым менән тулыландырыу, Яңы йыл байрамдарына әҙерлек менән бәйле һорауҙар ҡаралды.
Бөгөн республикала эшкә яраҡлы 74 мең тирәһе инвалид иҫәпләнә, уларҙың 22 проценты ғына эш менән тәьмин ителгән. Ыңғай динамика бар, әммә тейешле кимәлдә түгел. Республика премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, Башҡортостанда киләсәктә 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асыу ҡаралған. Уларҙың өсәүһе яңы йылдан һуң үҙ ишектәрен аса. Был үҙәктәрҙә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яңы һөнәрҙәргә, кәсептәргә өйрәтеү күҙаллана.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе бигерәк тә Салауат, Ишембай ҡалаларында киҫкен тора. Республика башлығы милли проекттар буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙең үтәлешенә ризаһыҙлыҡ белдереп, проблеманы 20 декабрҙә уҙасаҡ Координация Советы ултырышында тикшереү бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: