Башҡорт дәүләт аграр университеты 9 миллион һум грантҡа эйә булды. Уҡыу йорто грантты «Яңы мөмкинлектәр» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡулланасаҡ.
Был проект Владимир Путиндың указына ярашлы, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проект үҙ эсенә республиканың ауыл хужалығы менән берлектә төҙөлгән өҫтәмә профессиональ белем биреү программаларын ала. Улар: “Ауыл хужалығы культуралары үҫтереү”, “Йорт хайуандарын дауалау” һәм “Ҡортсолоҡто үҫтереү технологиялары” программалары.
“Уҡыу йорто студенттары, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, бар республика халҡы грант ярҙамында профессиональ белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, - тип хәбәр итә БДАУ-ҙың өҫтәмә белем биреү институты директоры Рәмил Мирсәйепов.
Көндөҙгө бүлектә уҡыу һәм ситтән тороп белем алыу мөмкинлеге булдырылған, лекцияларҙы вуздың алдынғы профессорҙары уҡыясаҡ.