Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 20:10

Рәмил заман геройымы?

...

2005 йылдағы Нобель премияһы номинанты Элла Полякова Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты беҙҙең заман геройы тип атаған.
Был хаҡта ул «URA.RU» агентлығына: "Рәмил Шәмсетдинов – беҙҙең заман геройы. Улүҙенең ғүмере менән армиялағы бабайсылыҡ проблемалары хаҡында хәбәр итте. Ни өсөндөр уны күптәр аңларға теләмәй. Бөтәһе лә бер яҡтан ғына ҡарай: ул кеше үлтергән, ул енәйәтсе. Был дөрөҫ түгел. Ул үҙ-үҙен ҡорбан итте, сөнки бөтә ғүмере буйы ошо ғәйеп менән йәшәргә тура киләсәк", – тип белдергән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең һалдат әсәләре комитеты һалдаттың туғандарына ярҙам итеүҙән баш тартҡайны. Полякова егеттең атаһы Сәлим Шәмсетдиновҡа үҙе рәйес булған Санкт-Петербургтағы Һалдат әсәләре комитетына хоҡуҡи ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт итергә кәңәш биргән.
Читайте нас: