Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 11:35

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлеүселәр кәмегән

#нацпроекты

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлеүселәр кәмегән. Шулай уҡ юл фажиғәләрендә, һыуҙа батып, ағыуланып ғүмере ҡыйылыусылар һаны ла аҙайыуы күҙәтелә. Республикала 2 мең 600 кешенең ғүмере һаҡланып ҡалынған тип әйтергә мөмкин, тине Радий Хәбиров.
Кисә республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә төбәктә сафҡа индерелесәк медицина учреждениелары хаҡында ла әйтеп үтте, төҙөлөш баш ҡалала, райондарҙа ла бара. Бынан тыш, санитар авиация тергеҙелә, тәүге вертолет майҙансығы асылған да инде. Мөржәғәтнамәлә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, урындарҙа сифатлы медицина хеҙмәтләндереүен ойоштороу ҙа айырым урын биләй.
Ысынлап та, республикабыҙҙа «Сәләмәтлек» милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла башланы. Уның ярҙамында медицина учреждениеларына яңы ҡорамалдар һатып алына, яңы дауахана корпустары төҙөлә, күсмә ФАП-тар ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы дәртләндереү бурысын да ҡуйҙы. Киләһе алты йылда Башҡортостанға «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 16 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Финанслау медицина системаһын яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә.
Читайте нас: