Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 14:40

Атаһының вафатынан һуң дүрт ай үткәс кенә, бишенсе бала булып донъяға килә

Башҡорт кино сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған рухлы йәштәребеҙҙең береһе кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаеваның тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

1. Атаһының вафатынан һуң дүрт ай үткәс, бишенсе бала булып донъяға килә. Геолог Диҡҡәт Бураҡаев һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның ғаиләһендә унан өлкәнерәк ағаһы Илгизәр һәм Гөлназ, Гөлнур, Зөһрә апайҙары була. Әсәһенә яңғыҙы биш баланы ҡарау матди яҡтан ҡыйынға тура килгәс, ул бала сағында Күгәрсен һәм Белорет райондарының ауылдарында йәшәйҙәр.
2. Бәләкәй һәм үҫмер саҡта ныҡлап музыка менән шөғөлләнһә лә, туғыҙынсы класты тамамлағас, рәссам булырға хыяллана башлай. Художество мәктәбенә йөрөмәгәс, училищеға тәүге тапҡырҙан инә алмай, шуға ла бер йыл ирекле тыңлаусы булып йөрөй.
3. Сәнғәт академияһын тамамлағанда диплом эше “Йыртыш” һүрәте була. Боронғо туй йолаһын һүрәтләр өсөн башҡорт милли костюмын ныҡлап өйрәнә башлай, һәм бер аҙ ваҡыт үткәс, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме” тигән документаль фильмын да сығара.
4. Кино тураһында бала сағынан хыяллана. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Зөһрә апаһы каникулға ҡайтҡанда: “Кино төшөрөү буйынса режиссер тигән профессия бар. Һин үҫкәс, режиссер булырһың”, - тип ун ике йәшлек үҫмерҙең күңеленә ут һалып китә. Үҫмер ҡыҙға был хыял космосҡа осоу менән бәрәбәр булып күренә.
5.Әммә кино уны барыбер тарта. Рәссам булырға уҡып йөрөһә лә, сценарийҙар яҙа. Шуларҙың береһе буйынса режиссер Владислав Байрамғолов “Ҡош тәпәйе” тигән мультипликацион фильм төшөрә, ул “Гора самоцветов” исемле серияға инеп китә. Ә инде Зөһрә апаһы менән икеһе бергә яҙған “Рәхмәт” сценарийы буйынса Башҡортостан киностудияһы фильм төшөрөргә булғас, Таңсулпан Бураҡаева ла шунда 2006 йылда эшкә инә. Тулы метражлы фильмды режиссер Әнүәр Райбаев менән өс ай эсендә тамамлайҙар. Был режиссер булараҡ тәүге аҙымдарын яһаусы кешегә ҙур һынау була һәм киләсәктә ошо һөнәргә уҡып, ошо юлдан китергә ныҡлы ҡарарға килә.
6. Уҡып өлгөрмәй ҡала. Шул уҡ йылды уға махсус белеме булмауына ҡарамаҫтан, “Минең йондоҙом” исемле йәштәр фильмын төшөрөүҙе йөкмәтәләр. Илшат Абдуллин төп ролде башҡарған был фильмды ла тотош йәштәр генә төшөрә, командала иң өлкән кеше – Таңсулпан Бураҡаеваға – егерме биш кенә йәш була. Фильмдың премьераһының икенсе көнөнә Санкт-Петербург ҡалаһындағы кино һәм телевидение университетында тәүге сессияһына саҡ бара.
7. Уҡып йөрөгән ваҡытта “Кәләш алам” (төп ролдә – Ейәнсура егете Әнүәр Фәйзуллин, фильм да Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында төшөрөлә), “Йәлил Сөләймәнов һәм ҡатындар”, “Аңларһыңмы мине” тигән фильмдар төшөрөп өлгөрә. Ә диплом эше ҡыҫҡа метражлы "Ике лә генә егет" фильмы була.
8. Кинонан тыш милли кейемдәр тарихы менән ҡыҙыҡһына, өзләү менән шөғөлләнә.
9. Республикабыҙҙың феминизм хәрәкәтендә лә актив ҡатнаша.
10. Үҙенең кескәй биҙәүес һәм аксессуарҙар бренды бар, ҡулдан эшләнгән косметика етештерә.
Читайте нас: