Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.
Еркәйемдең тарих һөйләмәгән
Юҡ һукмағы, һыуы, юҡ тауы.
Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,
Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.
Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,
Күпме наҙ бар дала елендә.
Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған.
Нисәнсе ҡат даулап азатлығын
Урал да ғына тигән баш йортта,
Батшалыҡтың тәхетен дер һелкетеп,
Күтәрелгән тағы башҡорттар.
Ирек өсөн ташҡан кәр, сәмдең
Батырҙарҙы палач дарға аҫҡан,
Яугирҙарҙың киҫкән ҡолаҡтарын,
Телен киҫкән күпме сәсәндең.
Ни үтмәгән башҡорт баштарынан –
Дусар булған шундай язаларға –
Тарих уйлап үҙе һиҫкәнер!
Кемдәр күргән ирек даулағанға
Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!
Башҡорт илен тотош утҡа солғап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!
Халҡым! Намыҫың ғорур булып ҡалған
Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,
Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,
Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә.
Зирәктәрҙең ҡолаҡтарын йолҡоп,
Итеп булмай илде һаңғырау.
Улдан улға күсеп яңғыраған
Ил намыҫын әйҙәр хаҡ оран.
Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын
Өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төнъяҡ амурҙары,
Һәләттәргә һәләт өҫтәлгәндә
Алҡыш яулап донъя гиҙерлек,
Күпме кешеләрҙе туған моңдан,
Туған телдән нисек биҙҙерҙек?
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
Әсә моңон сабый, хайран ҡалып,
Күңеленә йыйыр бер саҡта,
Шул баланың һиҙгер ҡолаҡҡайын
Үҙ ҡулдары менән кем ҡаплар?
Әллә ҡайҙан эҙләү кәрәк түгел
Аңын юйған ундай бәндәне.
Нисә быуын үҫте моңһоҙ булып,
Телен ҡырҡҡан саҡта батырҙарҙың
Алҡымына ҡандар тулғанда,
Уйлауы ла хатта ҡурҡыныс бит –
Көткәндәрме үҫер тиеп бер саҡ
Телле көйө телһеҙ уғландар?
Нишләр ине улар быны күрһә,
Киттеме ни күпме көс әрәм?
Ҡәһәрләрҙәр ине – тел киҫелгән,
Намыҫымды улар йылдар аша
Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,
Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын
Тырышып-тырышып ата-әсәләре
Сабыйҙарҙың теленә ғәмһеҙ ҡарап,
Упҡын ситтәренә еткәнбеҙ.
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Сит телдәргә балам маһир тиеп,
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,
Ул баксаны яман ҡый алһа,
Ни мәғәнә батшаларҙың исемен,
Сит ил тарихтарын ятлауҙан,
Ил тарихы илгә бикле булһа,
Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа?
Ни мәғәнә башҡорт китаптары
Сит илдәргә еткән бер мәлдә,
Күпме бала туған телкәйендә
Әлифба ла таный белмәгәс?
Күкрәк ҡаға-ҡаға ниндәй хәлгә
Килеп терәлдек бит – ҡот оса!
Күпме әсә һалдат улы менән
Хат яҙыша алмай башҡортса.
Ә һуң ҡаҙағында, татарында –
Ҡайҙа юҡ һуң ундай бисаралар,
Ғәзиз балаһынан үҙ телендә
Хат алыуҙан мәхрүм әсәләр?
Илдең бөгөн боғаҙынан ала
Ҡағыҙҙарҙа инде әллә ҡасан
Хәл ителгән милли мәсьәлә.
Йыуанмайыҡ, бындай аяныс хәл
Килмәгән, тип, бары башҡортҡа...
Беләм дә бит, илдең генә түгел,
Барлыҡ телдәрҙең дә баштарына
Бәлә булды башһыҙ башлыҡтар.
Ил яҙмышын түгел, тик үҙ йәнен
Ҡалтыранып һаҡлар башлыҡтар
Гонаһтары сыҡһын йөҙҙәренә –
Телдәр бөтә,телдәр үлә тип,
Йортобоҙҙа күпме ҡуштан-түрә
Хурламаны туған милләтен?
Тик ҡарайыҡ әле үҙебеҙгә –
Башҡаларҙы еңел ҡарғауы –
Туған телде сабыр балтаны бит
Беҙҙең ғәмһеҙлек тә сарланы.
Шул ғәмһеҙлек, ҡуштан-ялағайлыҡ
Ил йөҙөнә ҡара болот яҡты,
Тонсоға бит инде ер-күктәр!
Йәннәт булыр ошо еребеҙҙә
Тыуа бөгөн күпме ғәриптәр.
Ә һуң әсә һүҙен онотҡанды
Ғәрип түгел тиеп кем әйтә?
Тәне менән, йәне менән халҡым
Әйләнерме ғәрип милләткә?
Илдең иртәгәһе хәстәрҙәрен
Беҙ күрмәйсә тағы кем күрер?
Сабыйҙарҙың телен ҡайғыртмаһаҡ,
Был донъяла телдең ҡороуҙары
һиңә быны нисек аңлатырға,
Телле көйө телһеҙ ырыуҙаш?
Аҡылыңдан әллә яҙҙыңмы һин,
Телдән яҙғанға бит оҙаҡ ҡалмай
Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,
Туған телдең шифа шишмәһенән
Килер быуын эсһен кинәнеп.
Ырғытайыҡ ҡулдар етмәҫ ергә
Сабый телен баҫҡан балтаны.
Аңлауҙан да бигерәк төҙәтеүе,
Бөгөндән үк егеләйек эшкә,
Етер һибелеүҙәр юҡ-барға,
Һүҙ һөйләүҙән генә ҡотаймай йорт,
Телде һаҡлап булмай тел сарлап.
Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,
Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?
Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,
Иртәгәһен илдең һаҡларлыҡ!
Ҡайҙа бара меңәр юллыҡ юлыбыҙ,
Алда көтә ниндәй яҙмыштар –
Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта,
Беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта.
Туған телем өсөн кәрәк икән –
Бар бәхетем әйҙә юҡ булһын,
Туған телем өсөн кәрәк икән –
Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын!
Туғанынан яҙған - ярты йәтим,
Туған теленән яҙған - мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев