Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 19:40

Баймаҡ районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты

#нацпроекты

Баймаҡ районының Семеновка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
Был районда фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-гә яҡын кеше йәшәгән ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерергә тейеш.
«Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөтә стандарттарға яуап биргән уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алырға мөмкин. Фельдшер кабинетынан тыш, бында шулай уҡ процедура, балалар, ҡарау кабинеттары, санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Заманса бина эшләү өсөн барлыҡ медицина мебеле һәм ҡорамалы менән йыһазландырылған», — тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: