Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 10:49

Билдәле телсе ғалим Э.Ф. Ишбирҙиндың хеҙмәттәре төрки, көнсығыш илдәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра

Бөгөн БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистикаһы факультетында филология фәндәре докторы, профессор Э.Ф. Ишбирҙиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған “Төрки тел ғилемендә һәм шәрҡиәттә сағыштырма-тарихи, оҡшаштырма-типологик тикшеренеүҙәр: тарихи һәм бөгөнгө торошо” тигән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Конференция алдынан сығарылған ғилми йыйынтыҡта 120 мәҡәлә тупланған, ә пленар ултырышта 80-гә яҡын доклад тыңланылды. Төркиә, Үзбәкстан, Ҡаҙаҡстан, Ҡытай, Корея, Дағстан, Татарстан, Саха-Яҡутия, Хакасия кеүек илдәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙың сығышында күпселек уртаҡ проблемаларҙан сығыуҙың юлдары эҙләнә. Улар Рәсәй халыҡтарының фольклорының, әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең бөгөнгө хәле, телдәрҙе сағыштырып өйрәнеүгә ҡайтып ҡала.
Әлбиттә, профессор Э.Ф. Ишбирҙиндың башҡорт тел ғилемен генә түгел, төркиәтте, көнсығыш телдәрен өйрәнеүгә һалған хеҙмәттәре, сит ил вәкилдәре тарафынан бөгөн дә юғары баһаланыуы хаҡында әйтелде.
Читайте нас: