Яңыраҡ Өфө ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре маугли-малайға юлыҡҡан. Был малай 17 йыл элек донъяға килгән, бер ваҡытта ла мәктәпкә йөрөмәгән, тиҫтерҙәре менән аралашмаған. Уның тыуыуы тураһында бер кем бер нимә белмәй, бер ниндәй ҙә рәсми документтары ла юҡ.
Баҡтиһәң, әсәһе уны йәшерен рәүештә таба, ЗАГС-ҡа балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн теркәүгә лә бармай. Бала мәктәпкә йөрөмәй, уны дауаханаға алып бармайҙар. Тиҫтерҙәре менән аралашмай, сит кешеләрҙе бөтөнләй күргәне булмай. Ҡыҫҡаһы, урамға ла сыҡмай. Маугли малайҙың әсәһе ҡапыл ауырып үлеп китә, ул япа-яңғыҙы тороп ҡала, урамда хәйер һорашып йөрөй башлай. Шул ваҡытта малайға бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар иғтибар итә һәм үҫмерҙе социаль реабилитация үҙәгенә тапшыра. Малай менән аралашҡандан һуң, үҙәк хеҙмәткәрҙәре аптырауға ҡала: Миша үҙе тураһында бер нимә лә белмәй булып сыға, хатта Өфө ҡалаһында тыуып, ошо ҡалала 17 йыл буйы йәшәгәнен дә аңламай. Үҙенә нисә йәш икәнен дә әйтә алмай. Уның йәшен тик эксперттар ғына асыҡлай ала. Миша психик яҡтан да үҫешмәгән.
Суд ҡарар сығарған, малайға тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреләсәк, әлеге ваҡытта медицина тикшереүе үткәрелә.