Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:40

Трамп Мәскәүгә килерме?

#ВладимирПутин

РФ Эске эштәр министрлығы башлығы Сергей Лавров белдереүенсә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Америка башлығы Дональд Трампты Мәскәүгә еңеү байрамына саҡырыуҙы раҫлаған. Әлегә саҡырыу Трамп тарафынан ҡарала.
"Рәсәй Президенты Владимир Путин Трампты киләһе йылдың 9 майында Мәскәүҙә уҙасаҡ тантанаға саҡырҙы... Бөгөн мин башлыҡ йөкләмәһе буйынса саҡырыуҙы раҫланым. Трамп әлегә хәл итә. Беҙ ышанабыҙ: әгәр бындай мөмкинлек тыуһа, әлбиттә, тулы форматлы һөйләшеү мөмкин буласаҡ", - тине Сергей Лавров Вашингтонда эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса үткән матбуғат конференцияһында.
Газета.ру
Читайте нас: