Шулай уҡ Республика балалар клиник дауаханаһы стационары, Бәләбәй һәм Ишембай бала табыу йорттарында капиталь ремонт эштәре тамамлана. Туймазы ҡалаһында сафҡа инәсәк поликлиника сменаһына 300-ләп пациентты ҡабул итә ала. Ул республика программаһы һәм «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Яңы поликлиника 50 йыл элек төҙөлгән бинаны алмаштыра. Өҫтәүенә, объект тулыһынса өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Ҡайһы бер ҡорамалдар киләһе йыл башында килтерелер тип көтөлә. Әйткәндәй, яңы учреждениеның асылыуына бәйле кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителгән.