Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 11:25

31 декабрь ял итербеҙме?

#ВладимирПутин

31 декабрь ял итербеҙме? Рәсәй Президенты Владимир Путин был тәҡдимгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
Владимир Путин Кеше хоҡуҡтары советы ултырышында быйыл 31 декабрҙә ял итеү тураһындағы тәҡдимде кире ҡаҡманы. Шул уҡ ваҡытта ул ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик аҙ ҡалды, тип билдәләне.
“Әле декабрь уртаһы, Яңы йыл байрамы яҡынлаша. 31 декабргә бәйле ниндәй ҡарарға килербеҙ, әйтә алмайым. Ваҡыт аҙ ҡалды, әммә мин һеҙҙең фекерҙе ишеттем”, – тине ул.
Башҡортостан 31 декабрь көндө ҡыҫҡа эш сәғәте менән эшләйәсәк. Ә ҡайһы бер өлкәләрҙә шишәмбенең эш көнөн шәмбегә — 28 декабргә күсергәндәр. Төбәктәр бындай ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итергә хоҡуҡлы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: