Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 17:05

Башҡорт Хатикоһы: Бүздәк районындағы эттең тоғролоғона хайран ҡалырлыҡ

...

Бүздәк районының Батырша-Ҡобау ауылы халҡы хужаһыҙ ҡалған һунар этенең яҙмышы өсөн борсола. Был этте кемдер трасса буйында ҡалдырып киткән, ә ул шунда хужаһын көтөп тик ултыра. Етмәһә, эт төҫкә теге билдәле фильмдағы Хатикоға оҡшап тора. Үтеп барған һәр кеше уға ашарға бирә, тамағы туҡ та, тик хужаһы булмағас, эт толҡа тапмай.
Күптән түгел интернет селтәрҙәрендә Мәскәүҙә хужаһын бер ай буйы көткән эт тураһында мәғлүмәт таралды. Лайка тоҡомло этте Звенигород туҡталышында бер ай элек ҡалдырып киткәндәр. Был эт тә бигерәк тоғро булып сыға, ул хужаларын бер айға яҡын түҙемһеҙләнеп көтә. Был хәлгә урындағы хакимиәт иғтибар биргән, тиҙҙән лайканы приютҡа тапшырасаҡтар.
Читайте нас: