Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 12:10

Башҡортостан иң яҡшы спорт төбәге тип табылды

...

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип табылды һәм Милли спорт премияһы менән бүләкләнде. Мәскәүҙә үткән бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Башҡортостандан һуң икенсе урында Краснодар һәм Красноярск крайы килә. Еңеүселәр тауыш биреү һөҙөмтәләре һәм эксперт советының баһалары ярҙамында билдәләнгән.
Жюри ағзалары иң тәүҙә Башҡортостанды билдәләргә ҡарар иткән, шулай булмай ни, тап баш ҡалабыҙ Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ике мәртәбә үткәреп өлгөргән. Бынан тыш республикабыҙҙа физик спортты үҫтереү буйынса бик күп эш башҡарыла, йыл һайын бихисап спартакиадалар һәм ярыштар уҙғарыла.
Еңеүсе төбәккә Рәсәйҙең спорт министрлығынан 1 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ.
- Был меңәрләгән тренерҙарҙың, физик культура уҡытыусыларының, спортсыларҙың, спорт ветерандарының еңеүе, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ маҡсаттарыбыҙға тоғро ҡалабыҙ, Рәсәй спортын артабан да данлаясаҡбыҙ, балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн иң яҡшы спорт һарайҙары, бассейндар, футбол һәм хоккей майҙансыҡтары булдырасаҡбыҙ. Һәм тренерҙарҙың да көслө, тағы ла тәжрибәлерәк булыуы кәрәк.
Иң яҡшы спорт һарайы конкурсы финалистары араһында Салауат ҡалаһынан "Алмаз" спорт мәктәбе лә бар.

Читайте нас: