Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 21:10

Республика мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға сертификаттар тапшырылды

Мәғариф министрлығында төбәк мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға сертификаттар тапшырылды. Башҡорт теле көнө алдынан был ваҡиға бигерәк ҡыуаныслы.Тап Башҡорт теле көнө алдынан идарала ошо ҡарарҙы ҡабул итәләр. 2019 йылда 16 мультимедия комплексы һатып алынған, уның эсенә заманса ҡорамалдар, компьютер, ноутбук, мультимедия проекторҙары һәм интерактив таҡталар инә.«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн тапшырылған мультимедия комплекстары телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр асыр тигән ышаныстабыҙ. Башҡортостандың мәғариф министрлығы йыл дауамында мәктәптәргә бындай сертификатты тапшырыуҙы дауам итәсәк", - тип белдерҙе Милли мәғариф идараһы етәксеһе Булат Зинуров.

Мәғариф министрлығында төбәк мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға сертификаттар тапшырылды. Башҡорт теле көнө алдынан был ваҡиға бигерәк ҡыуаныслы.
Тап Башҡорт теле көнө алдынан идарала ошо ҡарарҙы ҡабул итәләр. 2019 йылда 16 мультимедия комплексы һатып алынған, уның эсенә заманса ҡорамалдар, компьютер, ноутбук, мультимедия проекторҙары һәм интерактив таҡталар инә.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн тапшырылған мультимедия комплекстары телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр асыр тигән ышаныстабыҙ. Башҡортостандың мәғариф министрлығы йыл дауамында мәктәптәргә бындай сертификатты тапшырыуҙы дауам итәсәк", - тип белдерҙе Милли мәғариф идараһы етәксеһе Булат Зинуров.
Читайте нас: