Мазовтар ғаиләһе һаман табылмай. Өфөлә ике бәләкәй сабыйын көтөп әсә өҙгөләнә... Әллә тереләр, әллә юҡ. Ниндәй генә кисерештәр, уйҙар үтмәйҙер уның башынан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем Артем һәм ике малай Илья менән Славаның ҡайҙа булыуы һаман билдәле түгел. Улар йә тере, йә үле...
Ошо көндәрҙә “Уфа1” баҫмаһы журналистары Артем Мазовтың ата-әсәһе Татьяна һәм Аркадий Мазовтар менән аралашҡан. Һүҙ ҙә юҡ, улар ҙа улдары Артем һәм ейәндәре өсөн ҡайғырып һаулығын бөтөргән. Ҡурҡыныс кисерештәр менән йәшәгән ата-әсә сираттағы тапҡыр баҫма аша улдарының ҡайтыуын һораған.
"Эльмира сирләп китте, уның, күрәһең, депрессия. Үҙебеҙ ҙә ауыр хәлдә, көсөбөҙ көндән-көн бөтә бара. Һеҙ булмаған ошо ваҡытта энә өҫтөндәге кеүек йәшәйбеҙ. Ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, тиҙерәк ҡайтығыҙ. Әгәр беҙҙең телефон номерҙары юҡ икән, Артем, 89674501588 номеры буйынса шылтырат. Был һәйбәт кешенең номеры, ул беҙҙең номерҙарҙы һиңә бирәсәк. “Барыһы ла яҡшы” тип телеграмма булһа ла ебәр", - ти ата-әсә.
Ике төп фараз бар: йә ир малайҙарҙы һәм үҙен үлтергән, йә ҡатынына үс итеп ошоға тиклем йәшенеп ята.