Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2019, 00:40

Салауатта "Үҫеш территорияһы" форумы үтә

///

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн "Үҫеш территорияһы" масштаблы проекты эшләй башланы. Салауат шул уҡ исемдәге форум ҡаланың 1200-ҙән артыҡ IX класс уҡыусыһын берләштергән республиканың беренсе ҡалаһы буласаҡ.
Форумдың маҡсаты - үҫмерҙәр һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең һәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү, уларҙың компетенциялары, белемдәрен арттырыу һәм республика ҡалаларының һәм райондарының социаль-иҡтисади үҫеш процесстарына йәлеп итеү.
Форумда ҡатнашыусылар белем биреү буйынса биш платформала эшләйәсәк, уларҙың һәр ҡайһыһында тематик оҫталыҡ дәрестәре һәм эксперттар менән осрашыу үтәсәк.
Сара Башҡортостан Йәштәр һәм спорт, Мәғариф, Мәҙәниәт министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм "Бәхет территорияһы" хәйриә фонды ярҙамында үткәрелә.
Салауат - "Үҫеш территорияһы" проектын һынау ҡалаһы. Шундай уҡ форумдар йыл дауамында республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында ла үтәсәк.
#территорияростаCалават #Салауатүҫештерриторияһы
Читайте нас: