Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2019, 10:28

Салауатта үҫеш территорияһы форумы тамамланды

...

Форумды асыу тантанаһында йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе Каринэ Хәбиров сәләмләне. "Бөгөн бында иң әүҙемдәр, һәләтлеләр йыйылды", - тине ул. - Был проект тағы ла үҫешәсәк, республика буйынса артабан атлаясаҡ. Бөгөн программа һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам: ниндәй ҙә булһа яңылыҡтар белерһегеҙ, яңы дуҫтар табырһығыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!"
«Үҫеш биләмәһе» форумында тантаналы шарттарҙа Салауат ҡалаһы спорт комплексында асылды. Форумға йыйылған мәктәп уҡыусыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уҡыусылар 5 тематик платформаларҙа эшләне. Тәүгеһе 1-се лицейҙа урынлашҡайны. Үҫмерҙәргә йәштәр тәҡдимдәрен хуплаған, һөнәри кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ иткән лидерҙар тәрбиәләү траекторияһы айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Форумдың маҡсаты – үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, уларҙың компетенция кимәлен арттырыу, ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш процестарына йәлеп итеү. «Үҫеш биләмәһе» проекты Салауатта тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ошоноң кеүек үк саралар артабан республиканың башҡа ҡала-райондарында ла үтәсәк.
#территорияростаСалават #Салауатүҫештерриторияһы
Читайте нас: