Ҡазанда ике трансгендерҙың туйы уҙған.
График дизайнер Виктор Майнулин һәм парикмахер Эрика Асҡарова ғәҙәти булмаған никах теркәгәндәр. Улар икеһе лә енестәрен алыштырған. ЗАГС идараһына йәш парҙар ғәҙәти ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ килә. Улар араһында мөхәббәт дүрт ай элек ҡабынып киткән.
- Беҙ - ябай кешеләр. Беҙҙең трансгендерҙар икәнде бер кем лә белмәй, - тип һөйләй Эрика. - Енесте алыштырыу билдәле булғас, кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Атай-әсәйҙәр ҙә күнделәр инде.