Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 06:39

Өфөлә һәм Өфө районында 25 сүплек бөтөрөлгән

#нацпроекты

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың яңы системаһы индерелгәндән алып республиканың баш ҡалаһы һәм Өфө районы биләмәһендә дөйөм майҙаны 5,5 гектар тәшкил иткән 25 рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән.
Сүплектәрҙе бөтөрөү һәм улар урынлашҡан биләмәләрҙе тергеҙеү — «Экология» милли проектында билдәләнгән мөһим бурыстар. Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы хәбәр итә.
Ләкин район биләмәһендә законһыҙ сүплектәр ҡалған, уларҙы тиҙҙән муниципалитет бюджеты аҡсаһына бөтөрөргә ниәтләйҙәр.
Халыҡ тирә-йүнде бысратырға һәм законды боҙорға ярамағанын аңлай башлаһа, рөхсәтһеҙ сүплектәр һаны кәмер тип ышанабыҙ, тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы белгестәре.
Читайте нас в