Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 11:35

Республика өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә федераль аҡса аласаҡ

#ВладимирПутин

2020 йылда Башҡортостан өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә бәйле сығымдарҙы берлектә финанслау өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ. Тейешле документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Федераль аҡса бүленәсәк төбәктәр исемлегендә 75 субъект бар. Уларҙа тыуымдың дөйөм коэффициенты күрһәткесе 2-нән артмай, халыҡтың тәбиғи һәм миграция кәмеүе күҙәтелә.
Владимир Путиндың «Рәсәй Федерацияһының демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында» «май» указында ғаиләләргә ай һайын аҡсалата түләү ҡаралған.
2020 йылда түләүҙәрҙе берлектә финанслау өсөн аҡсаның дөйөм күләме 55,3 миллиард һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 45,8 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 9,5 миллиард һумы – Федерация субъекттары ҡаҙнаһынан.
#ВладимирПутин
Читайте нас в