Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 18:00

Төшөндә дин әһелдәре, әүлиәләр уға ғәмәл дәфтәрен бирәләр

34 йыл дауамында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән, егерменән ашыу китап авторы, әҫәрҙәре III - VI кластарҙың "Башҡорт әҙәбиәте" дәреслектәренә ингән, Рамазан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов премиялары лауреаты, яҙыусы, драматург Лира Әхмәт Яҡшыбаеваның тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

34 йыл дауамында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән, егерменән ашыу китап авторы, әҫәрҙәре 3,4,5,6,7-се кластарҙың Туған тел дәреслектәренә ингән, Рамазан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов премиялары лауреаты, яҙыусы, драматург Лира Әхмәт Яҡшыбаеваның тормошонан ун ваҡиға:
1. Лира Рахимова Миңнәхмәт ҡыҙы 1947 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуа. Урта мәктәпте Стәрлетамаҡтың Ленин мәктәбендә тамамлай. Аҙаҡ бындағы уҡыу йылдары хаҡында “Ашҡаҙар вальсы” тигән повесть яҙа.
  1. Лира Әхмәт ҡыҙына уҡытыусы булараҡ биш мәктәп алыштырырға, биш коллективта эшләргә тура килә. Бының һөҙөмтәһе булып түбәндәгеләр тора: бер армия булырлыҡ балалар уҡытып сығара. Педагогия фәне ғалимдарының оло баһаһына лайыҡ булған “Бәхетең үҙең менән” тигән повесын яҙа. Яҙған әҫәрҙәре дәреслектәргә инеп китә.
  2. 2002 йылда тормош иптәше вафат булып ҡуя. Лира Яҡшыбаева ла нәҡ ошо йылда хаҡлы ялға сыға. Ҡайғы үлтермәһә, сыныҡтыра тиҙәр. Педагогия хеҙмәте ветераны ауырлыҡтарҙан баҙап ҡалмай, ҡулына ҡәләм ала. Был йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре “Һылыу ҡарағас”, “Исемем Салауат булһын” тигән китаптарында донъя күрә. 2003 йылда уҡытыусы - коллегаларының тәҡдиме буйынса барса халыҡтың һөйөүен яулаған халҡыбыҙ изгеһе Мөжәүир хәҙрәт хаҡында яҙа башлай. ”Бәйән”, “Хәтирәләр”, “Карәмәттәр” тигән өс өлөштән торған тарихи-документаль повестар китабы донъя күрә. Әҫәр тәүҙә берәр өлөшләп, аҙаҡ дөйөм бер матур китап булып сыға. Ғөмүмән, Баймаҡ яҡтарында бөтә хеҙмәт юлы үткән, халҡы менән яҡындан аралашып йәшәгән Лира Әхмәт ҡыҙы был тема өҫтөндә етди эшләй. Халыҡ һөйөүен яулаған китап геройы Мөжәүир хәҙрәт БСТ каналы ойошторған “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигән номенацияға индерелә, “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигән энциклопедияға инә. Аҙаҡ яҙыусы был шәхес тураһынды “Әүлиә” тигән пьеса яҙа. Спектакль сәхнәләрҙә инде ике йыл буйы гел аншлаг менән бара.
    • 4. Яҙыусының “Башҡортостан изгеләре” темаһы ижадында төп урынды биләп тора. 2003 йылда ул төш күрә, 12 дин әһеле, әүлиәләр уға “Минең турала яҙ” тип ғәмәл дәфтәрен бирә. Шунан башлап, ул Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди, Сабир хәҙрәт, Әбйәлил ишан, Ғатаулла ишан, Шәмсетдин хажи, Ғәлиәкбәр ишан, Ғиниәт мулла, Мөхәмәтша мулла Зәйнулла ишан, Ғабдрахман ишан Рәсүлевтар хаҡында яҙып барыһын да китап итеп баҫтырып сығарыуға өлгәшә. Тағы бер-нисәһен яҙаһым бар, ғүмерем булһа, уларын да яҙырмын, ти яҙыусы .
      1. 2013 йылда яҙыусының “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” тигән китабы донъя күрә. Был китапҡа алты повесть инә. Айырыуса, атаҡлы тел белгесе ғалим Жәлил Кейекбаев хаҡында “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” тигән повесть,(был ғалимдың 100 йыллыҡ юбилейына арнала), “Вәрәҙекүл аҡсарлағы” Социалистик Хеҙмәт Геройы Таһиров Фахразый Әхмәҙей улы хаҡындағы повестар ҙур әһәмиәткә эйә тип табыла. 2014 йылдың иң уҡымлы китабы тип табылып, “Йыл китабы” тип иғлан ителә.
      2. Яҙыусы 2013 йылда хаж ҡыла һәм “Аллаһ йортонда ҡунаҡта”, “Табын иле изгеләре” тигән китаптар сығара.
      3. Халыҡтың һорауы буйынса әүлиәләр хаҡында бер-бер артлы : “Әүлиәләр аманаты” китабы һәм “Халҡыбыҙ изгеләре” китабы баҫылып сыға һәм тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулай. 2015 йылдан алып яҙыусы Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында яҙа башлай. 2017-2019 йылдарҙа “Хаҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә”, “Хаҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” тигән тарихи-биографик романы донъя күрә. Рус теленә тәржемә ителә. Ҡаҙаҡ һәм төрөк телендә тәржемә ителеп, баҫтырып сығыуын көтә. Был китаптар халыҡ һорауы буйынса меңәр тираж менән өсәр тапҡыр нәшер ителә.
      4. Советтар Союзы геройы летчик-штурмовик Ҡоддос Ҡәниф улы Латипов хаҡында “Ҡанатлы баһадир” тигән повесть яҙа һәм баҫылып сыға.
      5. 2018 йылда юмор, сатира китабы “Ике төрлө ҡараш” донъя күрә.
      6. 10.“От Истины в Вечность” китабы баҫылып сыға.
        Читайте нас: