“Тамыр”ҙың алмаштырғыһыҙ мөхәррире, йыш ҡына гүзәл заттарҙы бешеренеү серҙәренә өйрәтеү менән бергә тормошсан ваҡиға-фекерҙәре менән дә таныштырып барыусы Гөлназ Ишемғолова тормошонан ун ваҡиға:
1. 1975 йылдың ноябре ғәләмәт ныҡ һыуыҡ була, ҡыш та иртә килә. Бына шундай билдән көрт баҫҡан буранлы ноябрҙә донъяға килә Гөлназ Ишемғолова. «Ҡыҙым, әтейең беҙҙе бала табыу йортонан өйгә, ауылда Мәхмүт абзый алған иң беренсе Жигулиға ултыртып алып ҡайтты. Ҡыҙымды ла, үҙеңде лә ҡәҙерһеҙләп йөк машинаһында йөрөтмәҫмен инде тине. Эй ҡыуандым әтейеңдең шул һүҙҙәре өсөн», - тип әле лә ул саҡтарҙы әсәһе йыш иҫенә төшөрә. ЫСЫНЛАП ТА, ҒҮМЕР БУЙЫ ҮҘЕН ҠӘҘЕРЛЕ ҺӘМ АЯУЛЫ БАЛА ИТЕП ТОЙҒАНЫ ӨСӨН ЯҠЫНДАРЫНА ГЕЛ РӘХМӘТЛЕ БУЛЫП ҠАЛА.
2. Гөлназ Ишемғолова тиктормаҫ, ҡулсыр бала була.”Ҡайҙа менә алам, шунда үрмәләй торғайным. Иң иҫтә ҡалған бала саҡ хәтирәм: ағас баҫҡыстан бейеккәәәә, һалам башлы һарай башына үрмәләп менгәнем. Аяҡтарым тайһа ла, тырыша торғас, тәким менеп еттем һарай башына. Донъя шул тиклем матур бейектән, аңламайым, ниңә әнейем аҫта ҡурҡып ҡысҡыра? Әллә кемдәрҙе ярҙамға саҡырасы. Ә минең зәп-зәңгәр күктәге болоттар өҫтөнә үрмәләп менгем килә. Их, шул болоттарға аяҡты һәлендереп ултырһаң ине ул. Рәхәттер, ивет! Бына шулай, бәләкәс кенә ҡыҙсыҡтың беренсе тапҡыр донъяны танып-белергә маташыуы ине был. Һалам башлы һарай башынан нисек итеп төшөргәндәрҙер, уныһын инде иҫләмәйем, әммә ТАП ОШО ИЛАҺИ МӘЛДӘН МИНЕҢ БУЛМЫШЫМА ДОНЪЯҒА БЕЙЕКТӘН ҠАРАП ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК ТИГӘН ФЕКЕР ҺАЛЫНҒАНДЫР, КҮРӘҺЕҢ”, - ти ул бөгөн.
3. 7-се класты бөткәс, атаһына комбайнда ярҙамсы булып эшләй. Эй окшай уға комбайнда йөрөүе, сөнки бейектән бөтә нәмә икенсе төрлө күренә бит. Бер тапҡыр баҫыу буйлап китеп барғанда, атаһы: “Мә, йөрөтә тор, хәҙер киләм”, - тип яй ғына китеп барған комбайндың баҫҡысынан һикереп төшә лә китә. Ҡурҡыуын еңеп, апаруҡ ҙур ғына баҫыуҙы бер әйләнеп сыға үҫмер ҡыҙ. Баҡһаң, комбайн иң тыңлаусан техника икән. Хатта мотоцикл менән машинаға ҡарағанда ла. Ә иң ҡыуанғаны, 1 сентябрҙә йәй буйы баҫыуҙа эшләгәне өсөн тәүге эш хаҡын алыу була. 98 һум аҡса менән матур ғына күбәләкле футболка бүләк итәләр уға.
4. Журналистикаға булған ғүмерлек мөхәббәте бала сағынан килә.Шуға ла ул «Башҡортостан пионеры» гәзитендә сыҡҡан иң тәүге шиғырын бала сағында хәтерендә ҡалған иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе тип иҫләй ҙә инде. Ошо иҫтәлекле көндән алып уға гәзит - журналдарға һөйөү, уҡыу ене ҡағыла ла инде. Артабан, «Башҡоростан пионеры» гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә була. Хатта 1988(89) йылда Өфөлә үткәрелгән «Башҡортостан пионеры» гәзите йәш хәбәрселәренең IV республика слетында ҡатнашып, ошо слетты асҡанда йәш хәбәрселәргә «Мөрәжәғәт» менән сығыш яһау бәхете лә тейә.
5. Бынан 29 йыл элек, 1990 йылдың 3 сентябрендә, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына 10-сы класҡа уҡырға килә. Ә ни өсөн 3 сентябрҙәме? Сөнки йәйге каникул мәлендә, мәктәп-интернатҡа ҡабул итеү имтихандарына бара торған көн еткәс, ата-әсәһе уны алыҫҡа уҡырға ебәрергә йәлләнеләр ҙә ҡуялар. Шулай итеп, 1 сентябрҙе тыуған ауылы мәктәбендә уҡып ҡайта. Әммә шул тиклем мәктәп-интернатҡа уҡырға барыу теләге ҙур була, кисен сәй эсеп ултырғанда, яҡындарына Өфөгә китергә теләүе тураһында белдерә. «Мин башҡаса ауыл мәктәбендә уҡымайым!» тиергә лә әллә ҡайҙан ҡыйыулыҡ таба ул. Бергилке өндәшмәй ултырғандан һуң әсәһе: «Әйберҙәреңде әҙерлә, иртән документтарыңды барып алырмын мәктәптән, кисен поезға сығабыҙ», - ти. «Ҡара уны, илап,ҡайтам тип йөрөмә! » - тип тә өҫтәргә онотмай.
6. Гимназияла уҡыған йылдары ла иң матур мәле булып иҫендә ҡалған. Ул уҡыған «Г» класы тотошлай тиерлек яңы килгән уҡыусыларҙан тора, шул тиклем дәртле был класс төрлө байрамдарҙа, ярыштарҙа дәррәү ҡатнаша. Хатта 11-ҙә уҡығанда, бөтә класс менән режиссер Рәис Исмәғилевтың Рәми Ғарипов ижадына арналған «Һабантурғай йыры» фильмында ла төшәләр. Ул Рәми Ғариповҡа арнап ижад иткән шиғырын уҡый.
7. Студент йылдарын йыш һағына. БДУ – ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыу уға ныҡлы белем генә түгел, тоғро дуҫтар, күңелле мәлдәр бүләк итә, хыялдарҙың тормошҡа аша икәненә лә ышандыра. 4-се курста уҡып йөрөгәндә Башҡортостан телевидениеһында яңы ғына асыласаҡ «Балҡыш» тапшырыуын алып барыусыларға кастинг үтә икәнен ишетеп ҡала һәм оло телевидение донъяһына тап ошо тапшырыу аша килә лә инде.
8. Эшен шул тиклем яратып башҡара. «Тамыр» - уға ижад майҙанына әүерелә. «ӘЮЯ ҡаласығы» тапшырыуы ижади булмышымды тулыһынса асырға ярҙам итте, тип әйтә алам”, - ти ул бөгөн. Был тапшырыу өсөн ул БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Шулай уҡ, проект авторы Айгөл Малбаева менән берлектә эшләгән «Һорау+Яуап=Портрет» тапшырыуы БСТ каналында «Башҡорт телендәге иң яҡшы миҙгел проекты» булып та таныла.
9. «Бәйләнештә» сайтындағы «Мөхәббәтле миҙгел», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмдәренә бешергән тәмлекәстәремдең рецепттарын, фотоһүрәттәрен ҡуя башлағас, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе апай - һылыуҙарҙан бик йылы хаттаркилә башлай. Яҙмаларында ҡоро рецепт ҡына түгел, ниндәйҙер фәһем бирергә тырыша ул. Бәлки шуғалыр ҙа, яҙғандарын оҡшатып, хатта айырым китап сығарырға ла тәҡдим итәләр. Шулай итеп, «ӘСӘЙ, БЕРӘЙ ТӘМЛЕКӘС БЕШЕР ӘЛЕ!» тигән сағыу китапбы донъя күрә.
10. Өлкән улы уҡырға барған йыл ҡустыһы менән икәүләп бер туҡтауһыҙ ауырышалар. Барлыҡ мәшәҡәттәр, көндәлек аңлашылмаусанлыҡтар бер йомғаҡҡа уралып сеймәлгән һәм бер нисек тә тағатып булмаҫтай мәл булып күренә уға. Шунда Хоҙайға үпкәләп ултырып илап та ала: «Ниңә тормошобоҙ ыңғай ғына бармай ул? Мин бит һиңә шул тиклем ышанам, был мәшәҡәттәрҙән ниңә араламайһың?» тип. Икенсе көнөнә өлкән улы менән дауаханаға барырға сыға. Китеп барғанда улар ултырған троллейбусҡа ҡапыл маршрут автобусы килеп бәрелә. Күҙ менән ҡаш араһында була был хәл. Иң аптыратҡаны, башҡа пассажирҙарға бер нәмә лә булмай, бары тик ул ғына троллейбустың ишегенә осоп тигәндәй ныҡ итеп башы менән бәрелә. Шул мәлдә ул үҙенең ни тиклем яҙыҡ уйҙар уйлағанына төшөнә. Ошо ваҡиғанан һуң, “БЕР ВАҠЫТТА ЛА ХОҘАЙҒА ҮПКӘЛӘМӘНЕМ ҺӘМ ТОРМОШОМДА НИНДӘЙ ГЕНӘ ХӘЛДӘР КИЛЕП ТЫУҺА ЛА, ИҢ БЕРЕНСЕ ХОҘАЙҒА РӘХМӘТ ӘЙТЕРГӘ ҺӘМ САБЫРЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА ӨЙРӘНДЕМ. ҺӘР ХӘЛДӘ, МИН ОШО ВАҠИҒАНЫ ОЛО ҺАБАҠ ИТЕП ҠАБУЛ ИТТЕМ”, - ти ул.