Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 20:10

Киләһе йылда Башҡортостанда 91 фельдшер-акушер пункты асыу планлаштырыла

#нацпроекты

Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар арта бара. Мәҫәлән, быйыл “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса, төбәк дауаханаларына 7 мең берәмеккә яҡын медицина ҡорамалы килтерелгән. Киләһе йылда 91 фельдшер-акушер пункты асыу планлаштырыла.
Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте: “Киләһе йылға авария хәлендәге 72 ФАП-ты яңыртыу ҡаралған, уларҙың 57-һе федераль , 15-е республика бюджеты ярҙамында төҙөкләндереләсәк. Шулай уҡ ун өс яңы төҙөлгән ФАП асыласаҡ. Был маҡсатҡа 6 миллиард һум аҡса бүленгән”.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: