Программаға эләгеү өсөн йәш ғаиләләргә, белгестәргә тәү сиратта ғариза менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә мохтаж, тип танылһалар, уларҙы категориялар буйынса сиратҡа ҡуясаҡтар. Әлеге программа, үрҙә телгә алыуыбыҙса, ауылда йәшәгән һәм эшләгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән.