Пенсияһын һәр айҙың 1-нән 8-енә тиклем алғандар декабрҙә ике тапҡыр пенсия аласаҡ. Шулай итеп, хаҡлы ялдағыларҙың бер өлөшөнә Яңы йыл каникулдарына тиклем 2019 йылдың декабре һәм 2020 йылдың ғинуары өсөн пенсия аҡсаһы биреләсәк. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фонды рәйесе Антон Дроздов белдерҙе.