Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 15:20

Заман афәтенә юл ҡуймайыҡ!

Стәрлетамаҡта теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл бар республиканы аяҡҡа баҫтырҙы. 11 йәшлек мәктәп уҡыусыһы “снюс” кәнфитен тәмләп ҡарағандан һуң үҙен насар тоя һәм дауаханаға эләгә. Бөгөн мәктәптәрҙә тикшереү бара, республика етәксеһе Радий Хәбиров шул көндә үк “снюс”тарҙы кибет кәштәләренән алырға бойорҙо.Табиптар әйтеүенсә, заман “кәнфите” ҡот осҡос ауырыуҙарға дусар итеүе ихтимал...

Стәрлетамаҡта теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл бар республиканы аяҡҡа баҫтырҙы. 11 йәшлек мәктәп уҡыусыһы “снюс” кәнфитен тәмләп ҡарағандан һуң үҙен насар тоя һәм дауаханаға эләгә. Бөгөн мәктәптәрҙә тикшереү бара, республика етәксеһе Радий Хәбиров шул көндә үк “снюс”тарҙы кибет кәштәләренән алырға бойорҙо.
Табиптар әйтеүенсә, заман “кәнфите” ҡот осҡос ауырыуҙарға дусар итеүе ихтимал...
Һәр кемдең зәңгәр экрандарҙан “Никоретте” һағыҙының рекламаһын күргәне барҙыр. Ул тәмәкене алыштырыусы дарыу булараҡ ҡулланыла. Сағыу ҡағыҙға төрөлгән был һағыҙҙы һәр аптекала күрергә мөмкин. Әлбиттә, унда никотин бар һәм ул аҙ миҡдарҙа түгел. Бына “снюс” та шуның кеүек үк, тик төрлөсә атала ғына: “снюс”, “снес”, “снас”... Кибеттәрҙә йәнең теләгәнен алырға мөмкин, еләклеһен, ҡарбузлыһын һ.б. Иң ҡот осҡосо, ул ирекле рәүештә һатыла. Әгәр Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәһә, уларҙы һатыуҙы дауам итерҙәр ине, һис шикһеҙ.
Тәмәкенән айырмалы рәүештә, “снюс”тың бөтөнләй еҫе сыҡмай. Ҡулланыусылар иҫәпләүенсә, бер ниндәй “зарарһыҙ”. Бына шуның менән ул популяр ҙа инде. Ә уның ҡот осҡос зыяны хаҡында күптәр белеп бөтмәй. Белгестәр билдәләүенсә, ундағы матдәләр ауыҙҙы, теш ҡаҙнаһын иретә, хатта шайыҡ менән ашҡаҙанға төшөп, ҡыҙыл үңәсте һәм ашҡаҙан аҫты биҙен яндыра. Ә ләззәт көҫәгән үҫмерҙәр “снюс”ты көнөнә бер нисә тапҡыр ҡуллана. Иң ҡурҡыныс эҙемтәһе, ауыҙ, ашҡаҙан аҫты биҙе шеше барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Бөгөн мәктәптәр абруйын юғалтыуҙан ҡурҡып, бындай хәлдәрҙе йәшереп ҡалыуы ла ихтимал. Шуға күрә атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға саң ҡағырға ваҡыт... Заман афәтенә ҡалҡырға юл ҡуймайыҡ. Балаларға ҡарата иғтибарлы булайыҡ, уларға бәләкәйҙән аңлатыу зарур. Ғаиләһендә төплө тәрбиә алған бала бындай әшәке нәмәне тотоп та ҡарамаҫ.
Әйткәндәй, “снюс” Рәсәйгә Европаның иң алдынғы илдәренең береһе Швециянан килтерелә. Бында ла уйланырға урын бар.
Читайте нас: