Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 23:30

Ҡайтыу. Хикәйә

...Яҫы, оҙон һалдат ҡайышын биленән һыпыра тартып алды Нияз. Йондоҙ һуғылған тимерле осон текә ярлы йыраҡаның ситендә генә үҫеп ултырған йәш ҡарағайҙың иң аҫтағы йыуан ботағының осонараҡ аша ташланы ла икенсе осон муйынынан урап, ҡайыштың таражнигынан ҡалтыранған ҡулдары менән саҡ үткәрҙе. Сикәләрен ҡайнар йәш өтә. Үкһеүе һүҙҙәрен бүлә:#Шоңҡаржурналы

Таңһылыу Вәлеева

ҠАЙТЫУ

Хикәйә

Түбәнән алып иҙәнгә тиклем төшөрөлгән, остары һөйрәлеп, бөтәрләнеп бөткән ҡатлы-ҡатлы оҙон шаршауҙарҙы ул тиклем итеп ишек төбөнән алып кемдәр элеп бөткән икән? Ҙурлығына, иркенлегенә ҡарағанда ниндәйҙер зал һымаҡ ер булырға тейеш был. Әллә киң, оҙон коридор микән? Үҙе яҡты, йылы. Ҡайҙа барырға белмәй Нияз ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Кире боролоп сығайым да китәйем, мине бында берәү ҙә көтмәй, шикелле, тип артына әйләнмәй генә ишекте эткәйне – асылманы. Ә-ә, иҫенә төштө – уны бит ошонда инәнән тыума көйө төрткөләп индереп ебәрҙеләр ҙә инде. “Беҙгә юлды онот, килеп йөрөйһө булма! Тағы берҙе килһәң, үҙеңә үпкәлә!” – тип янап тороп ҡалдылар етмәһә. Шунан һуң Нияз тағы әллә ниндәй кешеләр араһына барып инде. Уларҙың кем икәнен дә белмәй, исмаһам, береһен элек күргәне булһасы! Йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләштеләр шул. Тауыштарына ҡарағанда береһе – урыҫ, икенсеһе ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Шул ҡатын ярайһы ғына тупаҫ итеп:
– Оялма, егет, унда һинең һымаҡ сыр яланғастар шайтан тубығынан. Үҙеңде күрһәтерһең, башҡаларҙы күҙәтерһең. Хи-хи-хи... – тип әйтте бит әле.
Үҙе һап-һалҡын, шып-шыма ҡулдары менән Нияздың тәнен ҡапшай, оят ерҙәренә ҡағыла.
– Держите его руки! Что, очарованы прелестями молодого мужского тела? Туже заматывай! – Урыҫтың тауышы ниңәлер асыулы ине.
Шуларҙы хәтерләп, артабан нишләргә белмәй тирә-яғына ҡаранып аптыранып торғанда шаршауҙар артында һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы. Нияз был оҙон, сәйер ҡорғандарҙы шар асып ебәрергә теләп, бөрөп тотто. Баҡһаң, сәхнә шаршауҙары шикелле бәрхәт икән. Үҙҙәре ап-аҡ ҡыналар. Быларҙы сылт аҡ иткәнсе йыуыр өсөн күпме көс кәрәк? Ниңә аҡтан теккәндәр икән?
Нияз шаршауҙарҙы ике ҡулы менән ике яҡҡа айырып асып ебәрҙе. Теге кешеләргә ниңә яланғас икәнен нисек аңлатыр икән? Улар менән һөйләшкәндә билдән түбән яғын урап торор, ялан аяҡтарына берәй нәмә һорап кейер, бирһәләр... Көҙгө шикелле яп-ялтыр иҙәндәренең һыуығы елеккә үтә башланы юғиһә.
Ҡорғандарҙы асып ебәрһә лә, Нияз берәүҙе лә күрә алманы, сөнки хәҙер түбәнән иҙәнгәсә һап-һары төҫ һалынып төшкән. Нияз аса бара, аса бара, төҫтәр бер-береһен алыштыра бара. Һап-һарынан һуң сөм йәшел, шунан ары – һандал һары, артабан – сәңгел күк. Ҡып-ҡыҙыл, күм-күк, тағы әллә ниндәй ала сыбар төҫтәр. Шаршауҙарҙы аса-аса кеше тауыштары сыҡан яҡҡа ашыға Нияз. Һөйләшкән, көлөшкән тауыштар артта ишетелә башлағас, кире боролорға теләне, тик ниндәйҙер ҡаты ҡул сепрәк аша һелкетә тартып туҡтатты. Нияз арыны, ҡулдары талды, башы әйләнде. Ҡайҙа был сепрәк лабиринттан сыға торған берҙән бер дөрөҫ юл? Ярҙамға саҡырып ҡысҡырайым тиһә, ниңәлер тауышы сыҡмай. Бына, ниһайәт, бер шаршауҙы асҡас, Нияз һөйләшеп торған ике ирҙе күрҙе лә ҡыуанып китте.
– Мине ошонан сығарып ҡына ебәрегеҙ әле, ағайҙар, йәки өйрәтегеҙ, үҙем юлды табырмын, – тип һүҙ ҡушҡайны ла тегеләр Ниязға яуап биреп торманы. Русса ла өндәште – ишетмәйҙәр.
Тиҙерәк алып килегеҙ бында! Был бойороҡ Ниязға ҡарата әйтелде булһа кәрәк. Теге икәү шундуҡ килеп, еңел генә итеп күтәрҙеләр ҙә йөҙҙөрөп кенә әллә ҡайҙа алып та киттеләр. Теге ауыр шаршауҙарҙы ла асып мәшәҡәтләнмәнеләр, сөнки улар ҡайһы аралалыр юҡҡа сыҡҡан. Әйтерһең, бөтөнләй булмаған да.
Ҡасан килеп эләкте һуң Нияз үҙен ишетергә лә, аңларға ла теләмәгән ят кешеләр араһына? Бер нәмә лә аңламай, бер нәмәне лә иҫенә төшөрә алмай, уйҙарының осо ҡайҙа икәнлеген белмәй аптырап тора Нияз. Әллә ятамы? Ята икән. Ята шул! Ап-аҡ түшәкле карауатта өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан Нияздың эргәһендә кем баҫып тора һуң? Был да Нияз бит! Карауатта – бер Нияз, карауат янында икенсе Нияз. Игеҙәктәрме әллә? Юҡ, 20 йәшлек кенә бер егеттең Нияз исемле кәүҙәһе ята карауатта, Нияз исемле йәне тәне өсөн өлтөрәп, йәнен усына алып баҫып тора. Ауыр шаршауҙар араһында аҙашып йөрөп килеп тапты йән-Нияз тән-һыңарын.
...Яҫы, оҙон һалдат ҡайышын биленән һыпыра тартып алды Нияз. Йондоҙ һуғылған тимерле осон текә ярлы йыраҡаның ситендә генә үҫеп ултырған йәш ҡарағайҙың иң аҫтағы йыуан ботағының осонараҡ аша ташланы ла икенсе осон муйынынан урап, ҡайыштың таражнигынан ҡалтыранған ҡулдары менән саҡ үткәрҙе. Сикәләрен ҡайнар йәш өтә. Үкһеүе һүҙҙәрен бүлә:
– Алдаҡсы... Хыянатсы... Көтәм, тине үҙе... Яҙманы ла... Хатҡа... Оҙатып ҡалды...
– Әсәй!!! Ғәфү ит! Йәнасыҡҡа ҡысҡырҙы ла ярҙан этенде.
Улының осоп, ҡанатланып армиянан ҡайтыуын шатлыҡ ҡатыш хафа менән ҡаршы алды әсә. Шул кистә үк һөйгәне Вәзимәне күрәм, тип ашҡынып-талпынып сығып киткән Ниязы өсөн йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды Фәриғаның. Бер нәмә лә әйтә алманы шул. Ярай, үҙен күреп һөйләшһен, аңлашһындар. Төңөлөр әле яйлап, йыл бер аҙна түгел, тип үҙен йыуатһа ла, йәнен ҡулына алып ултыра хәҙер әсә. Йөрәге тәҡәтһеҙ тулай. Өлкән улы Зәбир ҙә, борсолоуы йөҙөнә сыҡһа ла, эсе янғанын әсәһенә белгертмәҫкә тырыша. Эйәреп йөрөй алмай бит ҡустыһына...
Дауамы журналыбыҙҙың декабрь һанында:
Читайте нас: