Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 17:40

Дуҫтар, тауыш биреүгә әүҙемерәк ҡушылығыҙ!

Тәүге баҫҡыста әүҙем авторыбыҙ Лена Хәйруллинаның "Хыялый", Илгиз Истамғәлиндың "Туҡталыш" хикәйәләре һәм Закирйән Әминевтың "Башҡорт аттары" мәҡәләһе...

Хөрмәтле дуҫтар, 2019 йыл аҙағына ла яҡынлашып килә. Әүҙем авторҙарыбыҙҙы, тоғро уҡыусыларыбыҙҙы барлап, йәнә лә бер һораулама ойошторорға булдыҡ. Сайтыбыҙҙа 10 мәҡәлә һәм 10 хикәйәне тауыш биреүгә ҡуйҙыҡ. Һеҙҙеңсә, ҡайһы яҙма иң ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле? Һайлағыҙ! Иң күп тауыш йыйыусы автор "Маҡтау ҡағыҙына эйә буласаҡ, уның мәҡәләһе йә әҫәре киләһе йылда журналыбыҙ битендә бер ниндәй сиратһыҙ донъя күрәсәк. Әүҙемерәк ҡушылығыҙ!
Тауыш биреү өсөн сайтыбыҙҙың төп битенә инегеҙ. Уң яҡта мәҡәләләр, хикәйәләр исемлеге бирелгән, күңелегеҙгә ятҡанын һайлау өсөн, уның атамаһына баҫыу етә (аҫта фотоһүрәттә).
"Йыл мәҡәләһе"нә дәғүә итеүселәр:
1. Гүзәлиә Бай, “Янып йәшәргә кәрәк”, (Л. Дәүләтбаева). 1-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
2. Нурзиә Йылҡыбаева, “Ваҡытым менән үҙем идара итәм”, (А. Ғәзизов). 2-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
3. Гөлшат Ҡаһарманова, “Үҙ илеңдә таныһындар өсөн унан китергә кәрәк”, (Элвин Грей). 3-сө һан [“Йыл мәҡәләһе”].
4. Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина, “Сәнғәт теленә тылмас кәрәкмәй”, (Д. Ҡәйүмова-Даниэль). 6-сы һан [“Йыл мәҡәләһе”].
5. Айзирәк, “Һатылмаҫ нәмә ҡалманы”. 7-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
6. Гөлнара Хәлфетдинова. “Хыялың булғанда һин көслө...” йәғни һикһән йәшлек инфотренер (Л. Әминева). 7-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
7. Филүзә Әхмәтова. “Ҡыл-ҡумыҙ ҡурай һәм ҡумыҙ менән бер рәттән таратылыуға лайыҡ” (З. Ғаниатуллина). 7-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
8. Динә Солтанова, “Хыялдарын ысынбарлыҡ иткән егет”, (А. Миһранов). 10-сы һан [“Йыл мәҡәләһе”].
9. Закирйән Әминев, “Башҡорт аттары”, 11-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
10. Рәлис УРАЗҒОЛОВ. “Ҡар кешеһе... Алып-Алпамышамы?”, 11-се һан [“Йыл мәҡәләһе”].
"Йыл хикәйәһе"нә дәғүә итеүселәр:
1. Әмир Әминев, “Бүре балалары” хикәйәһе, 1-се һан [“Йыл хикәйәһе”].
2. Гөлсинә Йосопова, “Магазинда илаған балаларға әкиәт”, 1-се һан [“Йыл хикәйәһе”].
3. Илгиз Истамғәлин, “Туҡталыш” хикәйәһе, 3-сө һан [“Йыл хикәйәһе”].
4. Лена Хәйруллина, “Хыялый”, 3-сө һан [“Йыл хикәйәһе”].
5. Рәзинә Зәйнетдинова, “Хәйлә”, 3-сө һан [“Йыл хикәйәһе”].
6. Раят Вәлиев, “Бөҙрәхана”, 5-се һан [“Йыл хикәйәһе”].
7. Тамара Искәндәриә “Атом бәшмәге”, 6-сы һан [“Йыл хикәйәһе”].
8. Алһыу Хәлитова, “Ҡәҙерле толоп”, 9-сы һан [“Йыл хикәйәһе”].
9. Марат Әминев, “Һуғым” юмореска, 10-сы һан [“Йыл хикәйәһе”].
10. Тамара Ғәниева, “Көҙгө” хикәйәһе”, 10-сы һан [“Йыл хикәйәһе”].
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, компьютер йә ноутбук аша ғына тауыш бирергә мөмкин, һораулама 25 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк.
Читайте нас: