Өфө ойошмаларының береһе, исемен атауҙан баш тартҡан, Ағиҙелдән Мәргиз Сәфәровҡа пандус алып биреү өсөн Яңы йыл корпоротивынан баш тартҡан. Ир уҙаманы умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгәндән һуң аяғына баҫа алмай. “Сноб” журналы хәбәр итеүенсә, Мәргиз йортона пандус урынлаштырыу өсөн 350 мең кредит алған була. Ойошма кредиттың 200 мең һумын ҡаплаған.