Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 12:00

Владимир Путин Меркель менән һөйләште

#ВладимирПутин

Рәсәй башлығы Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефон аша һөйләште. Һүҙ Украина хәүефһеҙлеге, Мәскәү-Киев килешеүе хаҡында барҙы. Киләһе йылға Украинаның газһыҙ ҡалыуы ихтимал, сөнки быйылғы йылдың 31 декабрендә Мәскәү менән Киев араһындағы килешеү ваҡыты уҙасаҡ.
Мәскәүҙәге Евросоюз вәкиле Маркус Эдерер әйтеүенсә, Рәсәй Европаға газ транзитын туҡтатһа, уның зәңгәр яғыулыҡ менән сауҙа итеүсе илдәр араһында абруйы күпкә төшәсәк. Әлеге ваҡытта был юҫыҡта һөйләшеүҙәр алып барыла. Хәйер, илебеҙҙең нефть һәм газ проекттары менән күп Көнбайыш илдәре ҡыҙыҡһына. Дәүләт думаһы депутаты Дмитрий Белик хәбәр итеүенсә, “Европа илдәре” ғаиләһенән алып ташламаһындар өсөн, Украинаға үҙенең сығыштарында абайыраҡ булырға кәрәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: