«Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса тәжрибә үткәрә башланылар – байрамдарҙа, сығарылыш кисәләрендә, һуңғы ҡыңғырау байрамдарында, күмәк халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа һатмайҙар. Ә хәҙер яңы йылға өлөшләтә сикләнеләр. Бынан тыш, ялған алкоголь менән сауҙа итеүселәргә әүҙем тотондолар, ябай кешеләргә хатта ялған хәмер етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың урындары тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләйҙәр. Беҙҙең етәксе, Радий Хәбиров, һөйләүенсә, ошо саралар ярҙамында йөҙгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Ләкин илдә үлем осраҡтары арта. Тыйып, штрафты арттырып ҡараныҡ. Һеҙҙең фекерегеҙсә, федераль кимәлдә тағы ла ниндәй саралар кәрәк, бәлки, тағы ла һөҙөмтәлерәк алымдар барҙыр, мәҫәлән, кешеләргә эскелек урынына берәй нәмә тәҡдим итергәлер?», — тип һораны Азат Ғиззәтуллин.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, ялған алкоголгә һәм эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла, тик күптәр уны күрмәй.
«Яңыраҡ Сочиҙа немец бизнесы вәкилдәре менән осрашыуҙа беҙ таҙа спиртҡа күсереп иҫәпләгәндә Рәсәйҙә алкоголде Германияға ҡарағанда аҙыраҡ эсеүҙәрен асыҡланыҡ. Был – алкоголгә ҡаршы алып барылған кампания һөҙөмтәһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ғүмер оҙайлығы артыуы сәбәптәренең береһе — спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың кәмеүе. Был өлкәлә һаҡ эш итергә, аңлатырға һәм градусы аҙыраҡ булған продукцияға баҫым яһарға кәрәк», — тип яуапланы президент.