Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән 1859 журналист Рәсәй президенты Владимир Путиндың юбилей, ун бишенсе, матбуғат конференцияһына аккредитация алды. Өфөнән алты хәбәрсе, мөхәррир һәм оператор ил етәксеһенең ҙур матбуғат конференцияһына юлланды. Улар — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Йәмәғәт электрон гәзите, «Эксперт Башкортостан» гәзите һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Станислав Шахов, Рәсәй лидерының иғтибарын йәлеп итеп, уға һорау биреү мөмкинлегенә эйә булды.