Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 18:50

Мин үҙемде ғәфү итә алмайым

— Беҙгә айырылышырға кәрәк, — тип тыныс ҡына башларға тырыштым. Ул аптыраманы, ярһыманы ла, йомшаҡ ҡына итеп: — Нимәгә? — тине. Мин был һорауға яуап бирә алманым. Нимә генә тип әйтәйем, мин икенсене яратам тиемме? Лизаны ысынлап яратам, ә ҡатынымды ныҡ йәлләй инем. Иртәгәһенә эштән һуң ғына ҡайттым, ҡатыным өҫтәл артында ниҙер яҙып ултыра. #Шоңҡаржурналы

Өйгә кәйефһеҙ ҡайттым, ҡатын өҫтәл әҙерләп йөрөй. Мин башҡаса хәл итә алманым, уның ҡулдарынан эләктереп алдым да, һөйләшеп алырға кәрәклеген әйттем. Ул бер ни булмағандай, тыныс ҡына ашай башланы. Шул ваҡыт күҙҙәрендә бушлыҡ күрҙем. Нисек башларға белмәй аҙапландым, етмәһә, ҡабалана инем.
— Беҙгә айырылышырға кәрәк, — тип тыныс ҡына башларға тырыштым.
Ул аптыраманы, ярһыманы ла, йомшаҡ ҡына итеп:
— Нимәгә? — тине.
Мин был һорауға яуап бирә алманым. Нимә генә тип әйтәйем, мин икенсене яратам тиемме? Лизаны ысынлап яратам, ә ҡатынымды ныҡ йәлләй инем. Иртәгәһенә эштән һуң ғына ҡайттым, ҡатыным өҫтәл артында ниҙер яҙып ултыра. Мин киске ашты ла ашаманым, йоҡларға яттым. Тиҙ генә әүен баҙарына киттем, Лиза менән көнө буйы йөрөп арығайным. Иртәнсәк ҡатын айырылышырға ризалығын белдерҙе, ни ғилләнәндер уға бер нимә лә кәрәкмәй булып сыҡты. Тик айырылыуҙы бер айға кисектереп тороуҙы һораны. Һәм шул ваҡыт эсендә элекке хистәребеҙҙе ҡайтарып, татыу ғаилә булып йәшәүебеҙҙе үтенде. Улыбыҙҙың бер айҙан имтихандары, уға ҡамасауламайыҡ тине. Тағы бер үтенесе шаҡ ҡатырҙы: иртәләрен йоҡо бүлмәһенән ишеккә ҡәҙәр күтәреп алып барыуымды, эшкә һөйөп оҙатыуымды һораны. Мин уны аҡылдан яҙғандыр тип уйланым. Хәйер, өйләнешкәндән һуң уны ҡулымдан төшөрмәгәйнем, ул тойғолар ҡасан һүрелгәндер, хәҙер иҫтә лә түгел. Эх, тормош тигәнең...
Мин уның үтенестәренә риза булдым, түҙҙем... Беренсе көндө улыбыҙ күреп ҡалып, сәпәкәйләп шарҡылдап көлдө: "Ха-а, атай әсәйҙе күтәреп алған!" Уның һүҙҙәре миңә энә булып ҡаҙалды. Ул тыныс ҡына улыбыҙға айырылыуҙы белгертмәүемде һораны ла, эшкә ашыҡты. Малай беҙҙең өсөн бик ҡыуанды, әсәһен эшкә оҙатыуҙы көн дә күҙәтә ине. Беҙ бер түшәктә күптән ятмай инек, күбеһенсә ул улыбыҙ менән булды, инде өлкәнәйһә лә, ҡосағынан ебәрмәй ине. Мин уларға ҡарамаҫҡа тырыштым, йә, хистәрем кире тоҡанып ҡуйыр тип ҡурҡтым. Ул көндән-көн миңә еңелерәк булып тойолдо. Һуңғы көндө мин туйыбыҙҙағы кеүек күтәреп барҙым, оҙаҡ ебәрмәй торҙом... Үҙем дә һиҙмәҫтән:
— Әйҙә, айырылмайыҡ, бергә булайыҡ, — тинем.
Моңһоу күҙҙәренән сөбөрләп йәштәр аҡты, ҡапыл минең сикәгә сапты ла, әйләнеп китте. Кисен эштән ҙур гөлләмә тотоп, ҡыуанып ҡайтып индем, әммә ул карауатта үле ята ине.

Бер нисә ай ул яман шеш менән көрәшкән булған. Улыбыҙҙың алдында үҙенең сирен, минең гонаһтарымды күрһәтмәй, түҙеп йәшәгән. Ни тиклем көслө булған... Мин үҙемде ғәфү итә алмайым.

Интернет селтәренән.
Читайте нас: