Яңы йылға 12 көн ҡалды. Быйыл Өфө халҡы, килгән ҡунаҡтар өсөн байрам бик күңелле үтмәксе. Билдәле булыуынса, 31 декабрҙә Ҡунаҡһарай майҙаны алдында "TERRA ZIMA" фестивале үтә. Байрам киске 10-да башлана. Төн уртаһына тиклем рәсми кешеләрҙең сығышы, шулай уҡ Рәсәй президентының Яңы йыл мөрәжәғәте тапшырыла. Бынан һуң сәхнәгә Радик Юлъяҡшин сыға. Йырсы төнгө икегә тиклем халыҡтың күңелен күрәсәк.